


9 апрель көнө «Тиҫтерҙәр» клубында «Башҡортостан тарихы» тип исемләнгән квиз-уйын ойошторолдо. Был уйын Башҡортостан тарихына, әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенә арналды. Уйында Мамбетҡолов исемендәге педагогия, сәнғәт, медицина, күп тармаҡлы һөнәри һәм төҙөлөш һәм сервис колледждарынан командалар ҡатнаштылар.

Квизда «Йыуаса» командаһы еңеп сыҡты. «Аҡҡоштар» командаһы 2-се урыны алһа, «Осҡон»дар 3-сө урынды яуланы. Номинацияларҙы иһә "Йәшлек" һәм "Йәшен" командалары бүлеште.

Һәр команда дипломдар һәм татлы бүләктәр менән бүләкләнде.
#мбуокдпмровесник #ровесникСибай #молодежьСибая#БашМолодёжь #Росмолодежь #гранты #квизбейге #Башкортостан