Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Милли кейем көнөнә арналған оҫталыҡ дәресе

 
 
✨Б. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге студенттары өсөн Милли кейем көнөнә арналған оҫталыҡ дәресе үтте. Оҫталыҡ дәресен студентыбыҙ, Каскинова Нурзифаның әсәһе, Нәркәс Рауил ҡыҙы үткәрҙе.Ул студенттарҙы башҡорт милли кейеменең тарихы, үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусылар милли биҙәүестәрҙең мәғәнәһе, кейемдәге төҫтәрҙең символикаһы хаҡында белде.
Нәркәс Рауил ҡыҙы башҡорт милли кейемен тегеү серҙәре менән уртаҡлашты, милли биҙәүестәрҙе эшләү алымдарын күрһәтте. Студенттар төҫлө таҫмаларҙан, мәрйендәрҙән биҙәүестәр яһаны.
✨Оҫталыҡ дәресе барышында студенттар милли кейемдәрҙең әһәмиәтен аңланы, уларҙың матурлығына һоҡланды. Улар милли кейемдәрҙе һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу мөһимлегенә төшөндө.
Колледж студенттары өсөн бындай саралар бик файҙалы. Улар милли мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, халыҡ йолаларын өйрәнергә ярҙам итә. Милли кейем көнө - үҙ тарихыңды өйрәнеү, мәҙәниәтеңә хөрмәт күрһәтеүөсөн бик яҡшы сәбәп.
Сараны ойоштороусы 2ДО группа етәксеһе Балхина Ә.Ә.
 
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#курултай #деньнациональногокостюма
#учусьвнациональномкостюме
#милликейемдәуҡыйбыҙ
#МиллиКейемКөн2025
#ДеньНациональногоКостюма2025