"Әйтер һүҙем бар"



Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы коллективы йыл һайын Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант яҙыу акцияһында әүҙем ҡатнаша.
Матур традицияға әйләнгән сара быйыл Сибай концерт - театр берекмәһенең йырсылары Йәғәфәр Нәҙершин менән Фаил Йортбәковтың халҡыбыҙға, башҡорт теленә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан "Әйтер һүҙем бар" йыры менән башланды.
Диктант яҙыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты:
Венер Ғәлиев - киң билдәле спортсы, Рәсәй көрәшсеһе, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы;
Илшат Интизам улы Бахшиев - Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры;
Шөғөрөв Алмаз Шәфҡәт улы - Ирәндек "Хәйриә" фонды директоры.
Тексты Башҡортостан республикаһының Мәғариф алдынғыһы, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2018" конкурсы еңеүсеһе Йәғәфәр Сәфәрғәле улы Нәҙершин уҡыны.
Тағы ла шуныһы ҡыуандырҙы: диктант яҙырға коллегалар, студенттар ғаиләләре менән килгән ине.
Акцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ!Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Ошо байлыҡты артабан да һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, хөрмәт итәйек!
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
#Сибпед
#Сибпедколлежд
#Сибайскийпедагогическийколледж












