"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы күп йылдар инде Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия коллежы менән хеҙмәттәшлек итә.
Әлеге ваҡытта, беҙҙең балалар баҡсаһында педагогия колледжы студенттары практика үтеп йөрөйҙәр. Улар бөтә группаларҙа ла балалар менән дәрестәр үткәрәләр,уйындар уйнайҙар, балалар менән уртаҡ тел табырға өйрәнәләр. Балалар буласаҡ тәрбиәсе апайҙарын көн һайын түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
Практика аҙағында студенттар өлкән тәрбиәсе Р. М. Әхмәрова менән практика тураһында фекер алыштылар, ҡыйынлыҡтар һәм уңыштары менән уртаҡлаштылар.
Буласаҡ белгестәргә уңыштар теләйбеҙ!
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
#Сибайпедагогикколледжы
#Практиканттар















